歌詞

Туғайҙағы сәскәләрҙең
Тик аҡтарың мин һайлайым
Сөнки улар күңелеңден
Сағылышы бит, апайым
Аҡ сәскәләр, аҡ сәскәләр
Төҫтәренә сафлыҡ йыйған
Һинең оло йөрәгеңә
Минең бәхистәрем һыйған
Аҡ сәскәнең таждарында
Ысыҡ тамсылары уйнай
Йәш сылатҡан бит алмаңдан
Бер үбәйем әле, апай
Аҡ сәскәләр, аҡ сәскәләр
Төҫтәренә сафлыҡ йыйған
Һинең оло йөрәгеңә
Минең бәхистәрем һыйған
Аҡ сәскәләр бүләк итәм
Булһын аҡтан яҙмышҡайың
Ғүмереңде һәр мәлендә
Бәхетле бул, апаҡайым
Аҡ сәскәләр, аҡ сәскәләр
Төҫтәренә сафлыҡ йыйған
Һинең оло йөрәгеңә
Минең бәхистәрем һыйған
Аҡ сәскәләр, аҡ сәскәләр
Төҫтәренә сафлыҡ йыйған
Һинең оло йөрәгеңә
Минең бәхистәрем һыйған
Һинең оло йөрәгеңә
Минең бәхистәрем һыйған
Written by: Гульсум Бикбулатова
instagramSharePathic_arrow_out