Nejlepší skladby od interpreta BABY Ti
Kredity
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
BABY Ti
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Узянбаев Юлай Хамитович
Songwriter:in
Булгакова Диля Хамзиевна
Songwriter:in
Texty
Ниҙәр булды икән һиңә ниҙән?
Ҡалтыранып, үкһеп илайһың?
Устарыма һал һин йөрәгеңде
Ҡулдарымдың тойһон йылыһын
Ҡайғыларым менән килдем әле
Көтөп алған оло байрамың
Устарыма һал һин йөрәгеңде
Яраларын өрөп бәйләрмен
Белмәнеңме әллә көтмәгәндә
Нахаҡ һүҙҙәр килеп керерен?
Яралары тәрән, яралары
Һүҙҙәр яралаған күрәһең
Ҡайғыларым менән килдем әле
Көтөп алған оло байрамың
Устарыма һал һин йөрәгеңде
Яраларын өрөп бәйләрмен
Әллә хушлашмайса китте микән
Көтөп алған йылы йәйҙәрең
Устарыма һал һин йөрәгеңде
Яраларын өрөп бәйләрмен
Ҡайғыларым менән килдем әле
Көтөп алған оло байрамың
Устарыма һал һин йөрәгеңде
Яраларын өрөп бәйләрмен
Яраларын өрөп бәйләрмен
Яраларын өрөп бәйләрмен
Lyrics powered by www.musixmatch.com