歌詞

Ҡапҡалағы йомшаҡ үлән балаҫын
Әкрен генә тапай бала аяғы
Башҡа уйынсыҡтарын кем ташыһын тик уҙе
Яндыра аяҡты ҡыҙған япраҡтар
Һағындыра инде хәҙер шул саҡтар
Башта яңғырай атай әсәйемдең һүҙҙәре
Рәхмәтле бул һалҡын тигәндә
Ҡояшың йылыһын биргәнгә
Рәхмәтле бул һағыш килгәндә
Нурҙары күңелгә ингәнгә
Рәхмәтлемен һалҡын тигәндә
Ҡояшым йылыһын биргәнгә
Рәхмәтлемен һағыш килгәндә
Нурҙары күңелгә ингәнгә
Тәҙрәләрҙе буран аҡҡа буяған
Әкрен генә барған булам уйланам
Мин бармаһам юлдарымды кем үтер тик үҙем
Ҡарҙай яуа көндә яңы йомаҡтар
Һағындырыр бер ҡасан ошо саҡтар
Башта яңғырай баласаҡтан белгән һүҙҙәрем
Рәхмәтле бул һалҡын тигәндә
Ҡояшың йылыһын биргәнгә
Рәхмәтле бул һағыш килгәндә
Нурҙары күңелгә ингәнгә
Рәхмәтлемен һалҡын тигәндә
Ҡояшым йылыһын биргәнгә
Рәхмәтлемен һағыш килгәндә
Нурҙары күңелгә ингәнгә
Ҡапҡалағы йомшаҡ үлән балаҫын
Әкрен генә тапай бала аяғы
Башҡа уйынсыҡтарын кем ташыһын тик уҙе
Яндыра аяғын ҡыҙған япраҡтар
Ә мин торам ҡарап уға йыраҡтан
Инде үҙемә әйтергә лә ваҡыт һүҙҙәрҙе
Рәхмәтле бул һалҡын тигәндә
Ҡояшың йылыһын биргәнгә
Рәхмәтле бул һағыш килгәндә
Нурҙары күңелгә ингәнгә
Рәхмәтлемен һалҡын тигәндә
Ҡояшым йылыһын биргәнгә
Рәхмәтлемен һағыш килгәндә
Нурҙары күңелгә ингәнгә
Рәхмәтлемен һалҡын тигәндә
Ҡояшым йылыһын биргәнгә
Рәхмәтлемен һағыш килгәндә
Нурҙары күңелгә ингәнгә
Written by: Ильгиз Муллагалямов
instagramSharePathic_arrow_out