歌詞

Һәр йылғаны көтмәй юлында диңгеҙ
Бер юл да бара алмай мәңге тигеҙ
Беҙ ҡороған йылғалай
Бер ҡайҙа бармаған юлдай
Беҙ хистәрһеҙ ҡатҡандай
Бушлыҡты хис түҙеп булмай
Ҡалдырма мине
Хәтеремдә һаман ҡулың наҙы
Ҡалдырма мине
Тойғоларҙың сәскә атҡан сағы
Таң үткер ҡылыстай йәнемде яра
Ҡан аҡмаһа ла әрней тәрән яра
Көн йәмен юғалтҡандай
Һоролоҡҡа күмелгәндәй
Төн тамуҡ уянғандай
Тәнде тереләй өткәндәй
Ҡалдырма мине
Хәтеремдә һаман ҡулың наҙы
Ҡалдырма мине
Тойғоларҙың сәскә атҡан сағы
Ҡалдырма мине
Хәтеремдә һаман ҡулың наҙы
Ҡалдырма мине
Тойғоларҙың сәскә атҡан сағы
Ҡалдырма мине
Хәтеремдә һаман ҡулың наҙы
Ҡалдырма мине
Тойғоларҙың сәскә атҡан сағы
Ҡалдырма мине
Written by: Ильгиз Муллагалямов
instagramSharePathic_arrow_out