歌詞

Устарымда һүнһә
Әгәр ҙә бар йыһан
Һине генә иҫкә алыр инем
Һәм барлыҡ доңяны
Мин онотор булһам
Һин генә хәтерҙә ҡалыр инең
Устарымда һүнһә
Әгәр ҙә бар йыһан
Һине генә иҫкә алыр инем
Һәм барлыҡ доңяны
Мин онотор булһам
Һин генә хәтерҙә ҡалыр инең
Барыһы ла тамам
Ләкин бар ғәләм һаман һөйләй һинең тура ла
Беҙҙең һөйөү ергә атылған йондоҙ булһа ла
Нишләп хәтер эҙе һаман да яна һауала
Барыһы ла тамам
Оноторға ине барыһын да ләкин һаман
Ысын барлыҡҡа ышанмай төшөмдән уянам
Уйзар менән хыялдар инде күптән буталған
Һинең өсөн янам
Бар хыялдар тик һинең гена турала
Әйтерһеңдә хәтер һинең тирәлә урала
Нишләп һаман да йырағая беҙҙең аралар
Барыһы ла тамам
Ләкин һаман
Һинең тирәлә генә
Әйләнә йыһан
Устарымда һүнһә
Әгәрҙә бар йыһан
Һине генә иҫкә алыр инем
Һәм барлыҡ доңяны
Мин онотор булһам
Һин генә хәтерҙә ҡалыр инең
Устарымда һүнһә
Әгәрҙә бар йыһан
Һине генә иҫкә алыр инем
Һәм барлыҡ доңяны
Мин онотор булһам
Һин генә хәтерҙә ҡалыр инең
Written by: Тимур Ямалов
instagramSharePathic_arrow_out