歌詞
1.зарланырға яратабыҙ,
оҡшамай барыһы ла.
ай булғанда ҡояш кәрәк,
ҡыш теләйбеҙ йылы ла.
булғанына шөкөр итеп
йәшәй белергә кәрәк.
хыялдар тормошҡа аша
булғанда дәрт һәм теләк.
припев
ҡайҙа, ҡайҙа ҙур бәхет,
бар микән алтын тәхет?
алтын-көмөш кәрәкмәй,
булһын бәхет бәләкәй.
ҡулды, ҡулды һуҙ ғына,
бәхет бит үҙе ҡуна.
кескәй генә бәхеттәрҙән
ғүмерҙәр матур була
донъя матур күрә белһәң,
йәшәүе лә күңелле.
дуҫтар янда, һаулығың бар
Ошо бәхет түгелме?
зарланмайыҡ әле дуҫҡай
Был тормош һынауына.
һөйөнөп йәшәй беләйек
таңдарҙың атыуына
Written by: Гульнур Куватова, Риф Арслан